0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 15:03

Телемедицина мөмкинлектәре

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Интернет-тәҡдимдәр үҫеше фонды, табиптарға дистацион диагноз ҡуйыуҙы рөхсәт итеүҙе һорап, Хөкүмәткә мөрәжәғәт иткән. Хатты хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустинға Фонд етәксеһе Кирилл Варламов ебәргән.

Интернет-тәҡдимдәр үҫеше фонды, табиптарға дистацион диагноз ҡуйыуҙы рөхсәт итеүҙе һорап, Хөкүмәткә мөрәжәғәт иткән. Хатты хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустинға Фонд етәксеһе Кирилл Варламов ебәргән.
Билдәләүҙәренсә, был дауауалау учреждениеларына килеүсе сирле пациенттар иҫәбен ҡыҫҡартыуға ярҙам итәсәк. Вирус таралған бөгөнгө көндә телемедицина технологияларын ҡулланыу айырыуса актуаль булып тора.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ла медицинаны яңы кимәлгә күтәреүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Был тәңгәлдә лә Интернет-тәҡдимдәр үҫеше фонды яңы закон проектына булышлыҡ итергә әҙер булыуҙарын билдәләй. Закон буйынса, табип дистацион диагноз ҡуя ала, ә дауалауҙы ҡабул иткәндә яҙырға тейеш. Уның артабанғы дауалау курсы менән ситтән тороп идара итеүгә һәм дарыу алыуға электрон рецепт биреүгә хоҡуғы буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: