+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 12:58

Оҙонлоғо - 688 метр, өс һыҙатлы

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда тармаҡҡа 6,1 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Финанс һалыуҙар башлыса стратегик әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк, тип белдерәләр Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда тармаҡҡа 6,1 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Финанс һалыуҙар башлыса стратегик әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк, тип белдерәләр Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.
Атап әйткәндә аҡса Ағиҙел йылғаһы аша Интернациональ урамы киҫелешендә яңы күпер төҙөүгә, Шаҡша һәм Затон күперҙәрен капиталь ремонлауға һәм башҡа мөһим объекттарға йүнәлтеләсәк.
Әле Өфө ҡалаһының Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө дауам итә. Бөгөнгө көнгә ҡарата башҡарылған эш күләме – 40 процент. Төҙөлөш 2021 йылда тамамланырға тейеш. Ул “яңы” һәм “иҫке” күперҙәр араһына Ағиҙел аша һалына. Оҙонлоғо – 688 метр, проекта ҡаралғансы, өс һыҙатлы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: