+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 13:07

Италияға ярҙам осто

#ВладимирПутинҮткән шәмбелә Рәсәй Президенты Владимир Путин Италияның Премьер-министры Джузеппе Конте менән телефондан һөйләште. Әңгәмә барышында ул Европала коронавирустан иң ҙур зыян күргән илгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы тураһында белдерҙе.

Үткән шәмбелә Рәсәй Президенты Владимир Путин Италияның Премьер-министры Джузеппе Конте менән телефондан һөйләште. Әңгәмә барышында ул Европала коронавирустан иң ҙур зыян күргән илгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы тураһында белдерҙе.
Шул уҡ көндә Рәсәй Оборона министрлығынан Италияға һигеҙ хәрби белгес-вирусологтар бригадаһы һәм табиптары, дезинфекция үткәреү комплекстары, шулай уҡ медицина ҡорамалдары ебәреү мөмкинлеге бар, тип хәбәр иттеләр.
"Чкаловский" аэродромынан Италияға тәүге самолет кисә иртәнсәк осҡайны. Һәм бер тәүлек эсендә билдәләнгән группировка Ил-76 транспорт самолеттарында Римдән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан "Практик де Маре" авиабазаһына тулыһынса барып етте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: