+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 17:59

Ипотека ҡаплауға – 450 мең һум

Хөкүмәт күп балалы ғаиләләргә ипотека бурыстарын ҡаплауға 450 мең һум аҡса алыуға документтар йыйыуҙы еңелләштерҙе. Бының өсөн ғаиләгә ошо кредитты хеҙмәтләндереүсе банкка мөрәжәғәт итеү ҙә етә.

Хөкүмәт күп балалы ғаиләләргә ипотека бурыстарын ҡаплауға 450 мең һум аҡса алыуға документтар йыйыуҙы еңелләштерҙе. Бының өсөн ғаиләгә ошо кредитты хеҙмәтләндереүсе банкка мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Элек бөтә документтарҙы ла нотариус тарафынан нығытыу талап ителһә, хәҙер әсәлек йәки атайлыҡты иҫбат итеүсе документтың, мәҫәлән, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, нығытылыуы ғына шарт. Шулай уҡ дәүләт программаһына ишле ғаиләнең йорт һатып алыу хаҡындағы элекке килешеүҙәре лә эләгә. Ул мотлаҡ Росреестарҙа теркәлгән булырға тейеш.
Субсидия алыу өсөн яҙылған ғаризаға шәхес документы, гражданлыҡ хәле, әсәлекте йәки атайлыҡты иҫбат итеүсе, ипотека алыуға, шәхси йорт һалыуға ер бүлеү тураһындағы документтарҙы бирергә кәрәк.
Дәүләт компанияһынан белдереүҙәренсә, ошо көнгә 450 мең һум аҡса алыу хаҡында 40 меңдән ашыу ғариза хупланған. Өс мең ғаилә банк алдындағы бурысын тулыһынса ҡаплаған.
Күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау программаһы илдә уҙған йылдың сентябренән алып эшләй.Уның буйынса ишле бала тәрбиәләгәндәр ипотека сығымдарын ҡаплау өсөн 450 мең һумлыҡ аҡса алыу хоҡуғына эйә.
“Демография” милли проектына ярашлы, был субсидияға 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләр дәғүә итә ала.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: