+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 12:17

Урмандарҙы тергеҙеү дауам итә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Республиканың урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проекты сиктәрендә «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын үтәүҙә әүҙем ҡатнаша. Проект эсенә урмандарҙы һаҡлау, шул иҫәптән ҡырҡылған һәм һәләк булған ағаслыҡтар урынына яңыһын ултыртыу, урман тергеҙеү майҙанын арттырыу, материаль-техник базаны махсуслашҡан техника һәм ҡорамалдан менән байытыу кеүек саралар инә.

Республиканың урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проекты сиктәрендә «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын үтәүҙә әүҙем ҡатнаша. Проект эсенә урмандарҙы һаҡлау, шул иҫәптән ҡырҡылған һәм һәләк булған ағаслыҡтар урынына яңыһын ултыртыу, урман тергеҙеү майҙанын арттырыу, материаль-техник базаны махсуслашҡан техника һәм ҡорамалдан менән байытыу кеүек саралар инә.
«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектында Башҡортостанға 2019-2024 йылдарҙа урман хужалығы эштәрен һөҙөмтәле башҡарыуға һәм автопаркты яңыртыуға 422 миллион һум федераль аҡса бүленгән. Ошо осорҙа республика биләмәләрендә урманды яңынан ултыртыу майҙаны 15,2 мең гектарға етергә тейеш. Был Рәсәйҙәге иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе булып тора.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: