+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 12:14

Техника паркы яңыртыла

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Ҡалала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеүсе “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһына махсуслаштырылған биш автомашина ҡайтарылды.

Ҡалала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеүсе “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһына махсуслаштырылған биш автомашина ҡайтарылды.
Был техника башлыса эре ҡалдыҡтарҙы тейәп алып барыу, бушатыу өсөн уңайлы. Тар урамдарҙа, ихатала, тыҡрыҡтырҙа ла эшләргә була. Автомашиналар экология һәм экономия яғынан да ҡулайлы тип баһалай белгестәр.
Был өлкәлә лә яйлап үҙгәрештәр кисерә. Башлыса, яңыса технологиялар үҙләштерелә, ҡорамалдар һәм техника паркы яңыртыла.
Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеү тармағы 90 берәмек махсус техника һатып алған.
“Экология” милли проектында ҡаралған талаптар буйынса, был өлкәне яңыртыу хеҙмәт сифатын арттырыуға ла, экология күрһәткестәрен яҡшыртыуға ла ярҙам итә.

Фото “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы сайтынан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: