Республикала сүс-оптик элемтә линияларын һуҙыу дауам итә. Был эш “Башинформсвязь” йәмғиәте һәм РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы араһында төҙөлгән контрактҡа ярашлы, “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” программаһы буйынса алып барыла.
2020 йылда “Башинформсвязь” йәмғиәте 900-гә яҡын социаль учреждениены интернет селтәренә тоташтырырға йыйына. 431 уҡыу йорто, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 урындағы хакимиәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 22 бүлеге, дүрт һайлау комиссияһы юғары тиҙлекле интернетлы буласаҡ.