+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 11:33

Йылға буйҙары таҙартыласаҡ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Республикала “Экология” милли проектына ҡараған объекттарҙағы эштәр тотҡарлыҡһыҙ бара.

Республикала “Экология” милли проектына ҡараған объекттарҙағы эштәр тотҡарлыҡһыҙ бара.
Рәсәйҙең һыу ресурстары федераль агентлығы ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә билдәләүенсә, Башҡортостанда һыу ятҡылыҡтарына бәйле байтаҡ проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.
Башлыса милли проектта Дим йылғаһы инешен таҙартыуға сығымдар һалынған.
Шулай уҡ Благовещен янындағы Потехе йылғаһы буйында төҙөлгән быуаны экология йәһәтенән һауыҡтырыу күҙ уңында тотола.
Башҡортостандың тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, барлыҡ эштәр ҙә графикка ярашлы, тотҡарлыҡһыҙ бара.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: