+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 11:42

Ҡырымға Президенттың эш сәфәре

#ВладимирПутинКисә Рәсәй Президенты Владимир Путин ике көнлөк эш сәфәре менән Ҡырым ярымутрауына килде. Шул уҡ көндө ул 2014 йылда Рәсәйгә ҡушылған төбәк йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе, Ҡырым күперен төҙөүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин ике көнлөк эш сәфәре менән Ҡырым ярымутрауына килде. Шул уҡ көндө ул 2014 йылда Рәсәйгә ҡушылған төбәк йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе, Ҡырым күперен төҙөүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бөгөн дәүләт башлығының эш планында Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов һәм Севастополь ҡалаһы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Развожаев менән осрашыу ҡаралған.
“Ҡырым яҙы” булараҡ билдәле ваҡиға 2014 йылдың 16 мартына тура килә. Был көндө урындағы референдум һөҙөмтәһендә төбәк, Украинанан айырылып, Рәсәйгә ҡушылды. Быға халыҡтың күпселеге риза булыуға ҡарамай, Украина Ҡырымды үҙенең биләмәһе тип һанай. Берләшкән милләттәр оәошмаһына ингән илдәрҙең күселеге лә ошо позицияла тора.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: