-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 11:45

Төҙөлөштәрҙе тиҙләтеү бурысы ҡуйыла

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса Совет ултырышы һөҙөмтәһе буйынса Президент Владимир Путин төҙөлөш объекттарын сафҡа индереү процедураһын ябайлаштырыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Ул милли проекттарҙы ғәмәлләштереүгә бәйле төҙөлөшкә лә ҡағыла, тип хәбәр итә Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса Совет ултырышы һөҙөмтәһе буйынса Президент Владимир Путин төҙөлөш объекттарын сафҡа индереү процедураһын ябайлаштырыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Ул милли проекттарҙы ғәмәлләштереүгә бәйле төҙөлөшкә лә ҡағыла, тип хәбәр итә Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.
Билдәле булыуынса, илдә Президент тәҡдиме менән төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә алған 13 федераль милли проект тормошҡа ашырыла. Был маҡсатҡа 2024 йылға тиклем 26 трлн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Башҡортостанда халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырға йүнәлтелгән мөһим сараға айырым иғтибар йүнәлтелгән. Мәҫәлән, “Мәғариф” милли проекты буйынса 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Республикала 2021 йылға тиклем мәктәпкә тиклемге балалар учреждениеларында 10 меңгә яҡын өҫтәмә урын булдырыу бурысы тора. Ә 2025 йылға мәктәптәр тулыһынса бер сменала уҡытыуға күсергә тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в