+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 11:32

Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү көнө тураһында

#ВладимирПутинКисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашты. Илдәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү 22 апрелдән башҡа көнгә күсерелеүе ихтимал, тине алда көтөлгән мөһим сәйәси сараға ҡағылып дәүләт башлығы.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашты. Илдәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү 22 апрелдән башҡа көнгә күсерелеүе ихтимал, тине алда көтөлгән мөһим сәйәси сараға ҡағылып дәүләт башлығы.
Билдәле булыуынса, төп законға индереү өсөн әҙерләнгән үҙгәрештәр пакетын Конституция суды ҡануниәткә ярашлы тип тапты. Хәҙер граждандар үҙ һүҙен әйтергә тейеш. 17 мартта Президент ҡул ҡуйған указға ярашлы, тауыш биреү көнө булараҡ 22 апрель билдәләнгән. Үрҙә әйтеүебеҙсә, коронавирус ҡына быға ҡамасаулауы ихтимал.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: