+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 11:39

Күпер өсөн – Алтын йондоҙ!

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырым күперен төҙөүселәргә юғары дәүләт наградаларын биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, эшҡыуар Аркадий Ротенберг һәм монтажсы Николай Зайков Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырым күперен төҙөүселәргә юғары дәүләт наградаларын биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, эшҡыуар Аркадий Ротенберг һәм монтажсы Николай Зайков Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды.
Ҡырым күпере – Рәсәйҙәге иң ҙур бындай ҡоролма. Оҙонлоғо – 19 километр. Күпер аша автомобиль хәрәкәте 2018 йылдың май айында асылды, ә поездар 2019 йылдың декаберендә йөрөй башланы.
Аркадий Ротенберг Ҡырым күперен төҙөгән "СГМ-Мост” компанияһын етәкләһә, Николай Зайков "Мостотреста" ойошмаһы монтажсы булып эшләй.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: