+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 11:21

Көнсығышҡа сығыу юлын төҙөү хаҡы – 33,5 млрд һум

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда ҙур күләмле эштәр алып барыла. 2019 йылда Салауат Юлаев проспектын М-5 федераль трасса менән тоташтырыусы Көнсығышҡа сығыу юлын төҙөү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда ҙур күләмле эштәр алып барыла. 2019 йылда Салауат Юлаев проспектын М-5 федераль трасса менән тоташтырыусы Көнсығышҡа сығыу юлын төҙөү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.
Былтыр проектты ғәмәлләштереү өсөн 1,5 млрд һум йүнәлтелһә, планлаштырылған эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн быйыл 2,2 млрд һум ҡаралған, ә 2022 йылда – 8 млрд һум.
Проект үҙ эсенә 1,2 километр оҙонлоғондағы тоннелде, Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙе һәм М-5 трассаһына тиклем юл төҙөлөшөн ала. Дөйөм сығымдар күләме – 33,5 млрд һум. Федераль һәм республика бюджетынан тыш, 9,1 млрд һум концессионерҙар аҡсаһы йәлеп ителәсәк.
Тура юлдан тәүлегенә 20 мең автомашина үтәр, тип күҙаллана.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: