+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:42

Өфөбөҙ ҡупшы төҫ аласаҡ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырып, республикабыҙҙа ҡалаларҙы йәшелләндереү һәм күркәмерәк итеүгә етди иғтибар бирелә.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырып, республикабыҙҙа ҡалаларҙы йәшелләндереү һәм күркәмерәк итеүгә етди иғтибар бирелә.
Өфө халҡы ла тиҙерәк көндәр йылытып, баш ҡаланың йәшеллеккә, сәскәләргә күмелеүен көтә. Ҡала бюджетынан ошо маҡсатта 300 миллион һум аҡса бүленә, ул сумма ике йылға иҫәпләнгән.
Өфө “Горзеленхоз” ойошмаһы уның 97,5 миллион һумын сәскәләр, ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастарҙы тәрбиәләүгә, 167 миллион һумға яҡынын үҫентеләр үҫтереүгә һәм килтереүгә тотонасаҡ. 42 миллион һумға үҫемлектәр һатып алынасаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: