+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 11:14

Юлдарҙа үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү маҡсатында

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Быйыл йыл башынан республика юлдарына 380 фотовидеотеркәү ҡорамалы ҡуйылды, тип хәбәр итәләр Дәүләт транспорт комитетынан. Шуларҙың 115-е ошо көндәрҙә эшләй башлаған.

Быйыл йыл башынан республика юлдарына 380 фотовидеотеркәү ҡорамалы ҡуйылды, тип хәбәр итәләр Дәүләт транспорт комитетынан. Шуларҙың 115-е ошо көндәрҙә эшләй башлаған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейешле был сара «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 18 муниципалитет биләмәһенә ҡуйылған камералар тиҙлек режимын боҙоуҙы теркәй.
Барлығы 2020 йылда республика юлдарына 609 фотовидеотеркәү ҡорамалы ҡуйыу планлаштырылған. 1 майға тиклем ҡалған 229 камера үҙ урынын аласаҡ. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йәмғеһе 770 бындай комплекс эшләй. Улар ярҙамында юл фажиғәләре һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү күҙаллана.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: