Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында 14-15 мартта Башҡортостан Республикаһы умартасыларының II съезы үтте. Республика Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов сарала сығыш яһап, беҙ ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү маҡсаты тотабыҙ, былтыр махсус лаборатория ярҙамында умарталарҙың сәләмтлеген бушлай тикшереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарҙыҡ, тине. Шулай уҡ селекция эшенә иғтибарҙың артыуын да билдәләп үтте.
Атап әйткәндә, былтыр таҙа тоҡомло 300 урта Рәсәй ҡорт иләүе алынған. Был эшкә быйылдан тағы 30 умартасы тотонмаҡсы.
Ҡортсолар махсус уҡыу ойоштороу, сифатлы бал алыу, “Умартасылар көнө” һөнәри байрамын индереү, ҡортсолоҡ тураһында махсус федераль законды ҡабул итеүҙе тиҙләтеү, йүкә урмандарын ҡырҡыуҙы тыйыу, мәктәптәрҙә уҡыусылар рационына бал индереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Съезд сиктәрендә умартасылыҡ ҡорамалдары күргәҙмәһе һәм бал конкурсы ойошторолдо.