+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 12:06

Экспортҡа китә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Башҡортостандан экспортҡа 14 мең тонна мал аҙығы оҙатылған. Был хаҡта республика буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Башҡортостандан экспортҡа 14 мең тонна мал аҙығы оҙатылған. Был хаҡта республика буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Көнбағыш һыҡҡандан һәм шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткәндән һуң ҡалған үҫемлек сеймалы мал өсөн яраҡлы тип иҫәпләнә. Республика шәкәр заводтарынан Европа союзына ҡараған илдәргә: Латвия, Швейцария, Эстония һәм Нидерландтарға ошо мал аҙығы тимер юл транспортында оҙатылған. Аҙыҡтың барыһы ла лаборатор тикшереүҙәр үткән.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проект тормошҡа ашырыла. 2024 йылдарға агросәнәғәт продукцияһының экспорт күләме 45 миллиард долларға етергә тейеш.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: