+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 11:24

Табиптар әҙерләүгә квота булдырылды

#ВладимирПутинАғымдағы йылдың 15 ғинуарында Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тулыландырыу йәһәтенән табиптарҙы маҡсатлы уҡытыу өсөн квота индереү кәрәклеге тураһында әйткәйне. Кисә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин 2020 йылда “Дауалау эше” һәм “Педиатрия” йүнәлештәре буйынса медицина уҡыу йортарына маҡсатлы ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Ағымдағы йылдың 15 ғинуарында Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тулыландырыу йәһәтенән табиптарҙы маҡсатлы уҡытыу өсөн квота индереү кәрәклеге тураһында әйткәйне. Кисә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин 2020 йылда “Дауалау эше” һәм “Педиатрия” йүнәлештәре буйынса медицина уҡыу йортарына маҡсатлы ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, төбәктәргә медицина кадрҙары әҙерләү өсөн “Дауалау эше” йүнәлеше буйынса уҡыу йорттарындағы урындарҙың – 70, “Педиатрия” буйынса – 75 процентын биреү ҡарала. Маҡсатлы уҡытыуға аҡса федераль бюджеттан бүленә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: