Ошо көндәрҙә Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙа Башҡортостан компаниялары вәкилдәре был илдәге Рәсәй сауҙа вәкиле Максим Васильев менән осрашты, монгол эшҡыуарҙары менән һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Республиканың экспорт потенциалының юғары, урында етештерелгән тауарҙарҙы Монголия баҙарына сығыу перспективаһы юғары, тип билдәләне Максим Васильев. Бигерәк тә ауыл хужалығы продукцияһы, балалар аяҡ кейеме ныҡ ҡыҙыҡһыныу уята икән.
Эшлекле сәфәр БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты эргәһендәге Башҡортостанда экспортҡа ярҙам Үҙәге тарафынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо, тип белдерә дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.