+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 11:32

Артабан беҙҙе нимә көтә?

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин инвесторҙар менән осрашыуҙа, Рәсәй иҡтисады, ошо осорҙо лайыҡлы үткәреп, артабан эшләргә көс туплаясаҡ, әлеге хәлдәр бер яҡтан проблема тыуҙыраһа, икенсе яҡтан төрлө мөмкинлектәр аса, тине.

Президент Владимир Путин инвесторҙар менән осрашыуҙа, Рәсәй иҡтисады, ошо осорҙо лайыҡлы үткәреп, артабан эшләргә көс туплаясаҡ, әлеге хәлдәр бер яҡтан проблема тыуҙыраһа, икенсе яҡтан төрлө мөмкинлектәр аса, тине.
Элегерәк белгестәр, илдең финанс системаһы көрсөккә яҡын тигән фараздар белдергәйне.
Уларҙың фекеренсә, ошондай уҡ хәл 2016 йылда күҙәтелгән, ләкин ул ваҡытта иҡтисад көрсөктө имен-аман урап үткән. Донъя иҡтисадына янаған ҡурҡыныстар араһында, коронавирустың көсәйеүе, нефткә хаҡтарҙың төшөүен билдәләйҙәр. Шул сәбәпле һум да түбән тәгәрәне.
Долларҙың курсы 73 һумға етте, әле ул да яйлап төшә бара. Ошондай уҡ хәл евро курсы буйынса ла күҙәтелә.
Шуға ҡарамаҫтан дәүләт башлығы яҡшы фараздарға ышана. Уның әйтеүенсә, билдәһеҙлек осоро үтеп китһә, артабанғы үҫеш тотош Рәсәй иҡтисадына ыңғай йоғонто яһарға тейеш.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: