+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 14:05

Ҡаҙағстанда, халыҡ-ара күргәҙмәлә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Башҡортостан компаниялары делегацияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда “AgriTek&FarmTek Astana” 15-се махсуслаштырылған халыҡ-ара ауыл хуҗалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. 11 мартта башланған сара бөгөн тамамланасаҡ.

Башҡортостан компаниялары делегацияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда “AgriTek&FarmTek Astana” 15-се махсуслаштырылған халыҡ-ара ауыл хуҗалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. 11 мартта башланған сара бөгөн тамамланасаҡ.
Күргәҙмәнең тәүге көндәре республика вәкилдәре өсөн бик емешле булған. Ҡаҙағстан, Төркиә, Германия компаниялары менән 50-ләп һөйләшеү үткән. Төркиәгә, Ҡаҙағстанға малсылыҡ, ҡошсолоҡ продукцияһы, минераль ашламалар оҙатыу тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.
Күргәҙмәлә республиканан алты ойошма ҡатнаша. Улар юғары технологиялы мал аҙығы, биопрепараттар һәм минераль ашламалар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар тәҡдим итә. Был ҙур форумда ҡатнашыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған.
Фото БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: