+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 17:52

Ҡунаҡсыллыҡ буйынса кем иң шәбе?

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Ҡунаҡсыллыҡ – халыҡтың, илдең йөҙөн күрһәтеүсе һоҡланғыс сифат. Ошо матур сифатты һөнәри маһирлыҡҡа әйләндергән кешеләр ҡунаҡсыллығы менән дан тотоусы Башҡортостанға йыйылды – бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярым финалы башланды. Ул ике көн барасаҡ. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Ҡунаҡсыллыҡ – халыҡтың, илдең йөҙөн күрһәтеүсе һоҡланғыс сифат. Ошо матур сифатты һөнәри маһирлыҡҡа әйләндергән кешеләр ҡунаҡсыллығы менән дан тотоусы Башҡортостанға йыйылды – бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярым финалы башланды. Ул ике көн барасаҡ. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Бәйгене асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев Рәсәйҙең ҙур мөмкинлектәр иле булыуын билдәләне, конкурсҡа маҡсатына ынтылған, илен яратҡан кешеләр йыйылыуын әйтеп үтте.
Оҫталыҡ ярышына сығыусыларҙы сәләмләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Ул республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров исеменән уңыштар теләне.
Тантанала күрһәтелгән Башҡортостаныбыҙ хозурлығы хаҡындағы видеояҙмаларҙы һәммәһе таң ҡалып ҡараны – иң талымлы ҡунаҡты ла хайран итерлек шул төйәгебеҙ!
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһе былтыр ноябрҙә старт алған. Унда ҡатнашыуға хеҙмәтләндереү һәм туризм өлкәһендә эшләүсе 20 меңдән ашыу кеше ғариза биргән. Конкурстың ситтән тороп баһалау осоро өс ай дауам иткән. Ҡатнашыусыларҙың белеме, һөнәри юғарылығы ғына түгел, авторлыҡ проекттары ла баһаланған. Өфөлә әле Рәсәйҙең 12 төбәгенән 89 оҫта һынау тота. Уларҙың 42-һе Башҡортостандан булыуы ҡыуаныслы.
Өфөнән тыш, ярым финал ярыштары Сочи, Тула, Пятигорск, Һамар, Салехард, Калининград, Иркутск, Ялта ҡалаларында үтә. Еңеүселәр апрелдә Бөтә Рәсәй финалында 50 призлы урын өсөн көрәшкә сығасаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: