+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 11:55

Дауаханаларға – заманса ҡорамалдар

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыу дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән әүҙем тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, республиканың балалар дауаханаларына һәм поликлиникаларына аяҡтарҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙергә ярҙам итеүсе роботлаштырылған механотерапия ҡорамалдары ҡайтартыла башлаған.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыу дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән әүҙем тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, республиканың балалар дауаханаларына һәм поликлиникаларына аяҡтарҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙергә ярҙам итеүсе роботлаштырылған механотерапия ҡорамалдары ҡайтартыла башлаған.
Әле ул Өфө ҡалаһының 2-се балалар поликлиникаһына ҡуйылған. Артабан 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы балалар поликлиникаларына һәм 17-се клиник дауаханаға һәм Республика балалар клиник дауаханаһына урынлаштырыласаҡ.
Аппарат аяҡ һынғандан һәм имгәнгәндән һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау, операциянан һуң быуын һығылмалығын һәм хәрәкәтсәнлеген ҡайтарыу өсөн ҡулланыла, тиҙерәк һауығып, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: