+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 12:14

Ҡариҙел фермерҙары 2 миллион һум грант алған

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Үткән йыл аҙағында Башҡортостан ауыл хужалығы буйынса консультациялар үҙәге БР Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында республика фермерҙары һәм ауыл хужалығы кооперативтарының уңышлы тәжрибәләре атласын булдырғайны. Бында дәүләттән нисек грант алыуҙары һәм уны дөрөҫ файҙаланыуҙары тураһында фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары ағзалары бүлешә.

Үткән йыл аҙағында Башҡортостан ауыл хужалығы буйынса консультациялар үҙәге БР Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында республика фермерҙары һәм ауыл хужалығы кооперативтарының уңышлы тәжрибәләре атласын булдырғайны. Бында дәүләттән нисек грант алыуҙары һәм уны дөрөҫ файҙаланыуҙары тураһында фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары ағзалары бүлешә.
Уңышлы тәжрибәләр атласында Ҡариҙел районы Ҡортлокүл ауылында йәшәгән Илгиз Исламов та үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ул “Ҡариҙел үләндәре” тип аталған кооператив булдырған. Фермерлыҡ эшен үҫтереү өсөн йәш эшҡыуар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекты сиктәрендә ике миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Был аҡсаны ул кәрәкле ҡорамалдар алыуға тотонған.
“Ҡариҙел үләндәре” дарыу үләндәре йыйыу, киптереү һәм уларҙы махсус тоҡтарға тултырып һатыуға сығарыу менән шөғөлләнә. Барлығы 26 төрлө үлән Өфө, Бөрө ҡалаларына оҙатыла, район сауҙа селтәрҙәрендә лә һатыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: