+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 11:42

Юлдағы соҡорҙо ямауға – бер тәүлек

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанЯҙғы юлдарҙың торошо күп осраҡта халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Сөнки ҡайһы бер урамдар буйлап үтерлек түгел – соҡор өҫтөндә соҡор. Ҡар һыуы, һауа температураһының тәүлек әйләнәһенә киҫкен алмашыныуы асфальтты емерә, юлсыларға эш өҫтәй.

Яҙғы юлдарҙың торошо күп осраҡта халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Сөнки ҡайһы бер урамдар буйлап үтерлек түгел – соҡор өҫтөндә соҡор. Ҡар һыуы, һауа температураһының тәүлек әйләнәһенә киҫкен алмашыныуы асфальтты емерә, юлсыларға эш өҫтәй.
Республикала һалҡын асфальт ҡулланып юлдарҙы ипкә килтереү 2 марттан алып барыла. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса республика комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, аварияға килтереүе ихтимал, тип табылған соҡорҙар (тәрәнлеге 5 см, һыҙаты 15 – 60 см булған) – бер тәүлек, ә бәләкәсерәктәре – 7 – 12 тәүлек эсендә ямала. Был сара юлдарҙың хәүефһеҙ булыуын тәьмин итә.
Ғөмүмән алғанда, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты төбәк әһәмиәтендәге нормативтарға тап килгән автомобиль юлдары оҙонлоғон 50 проценттан арттырыу һәм юл-транспорт ваҡиғаһы осраҡтарын 2017 йылға ҡарағанда 3,5 тапҡырға кәметеү бурысы ҡуя.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: