+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 12:41

Яман сиргә ҡаршы көрәш көсәйтелә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанЯман сирҙәр йыш осраҡта диспансеризация үткәндә һәм профилактик тикшереүҙәр ваҡытында асыҡлана. Ошо сараларҙы уҙған кешеләрҙә онкология сирҙәрен асыҡлаусы табиптарҙы дәртләндереү түләүҙәре өсөн республикабыҙға 21 млн. 580 мең һум бүленеүе – яҡшы хәбәр. Ул аҡса Мотлаҡ медицина страховкалауы фондынан биреләсәк.

Яман сирҙәр йыш осраҡта диспансеризация үткәндә һәм профилактик тикшереүҙәр ваҡытында асыҡлана. Ошо сараларҙы уҙған кешеләрҙә онкология сирҙәрен асыҡлаусы табиптарҙы дәртләндереү түләүҙәре өсөн республикабыҙға 21 млн. 580 мең һум бүленеүе – яҡшы хәбәр. Ул аҡса Мотлаҡ медицина страховкалауы фондынан биреләсәк.
Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яман шеште иртә стадияла асыҡлаусы медицина хеҙмәткәрҙәренә премия биреү хаҡында указға ҡул ҡуйғайны. Был етди сараның “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын, уның эсенә ингән «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелеүен билдәләп үтәбеҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: