+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 11:20

Ни сыҡһа ла, ҡатын-ҡыҙҙан сыға

#ВладимирПутинКисә Дәүләт Думаһы депутаты Валентина Терешкова, парламент ултырышында сығыш яһап, ил етәксеһе вазифаһына һайланыу тәртибен үҙгәртеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, был аҙым Владимир Путинға 2024 йылдан һуң да президент һайлауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирәсәк.

Кисә Дәүләт Думаһы депутаты Валентина Терешкова, парламент ултырышында сығыш яһап, ил етәксеһе вазифаһына һайланыу тәртибен үҙгәртеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, был аҙым Владимир Путинға 2024 йылдан һуң да президент һайлауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирәсәк.
Шул уҡ көндө Конституцияға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса Думала Президент үҙе аңлатмалар бирҙе. Терешкованың тәҡдименә туҡталып ул: “Асылда, бындай варианттың булыуы ихтимал, тик бер шарт үтәлгән осраҡта: әгәр Конституция суды бындай үҙгәрештең төп закон ҡанундарына ҡарша килмәүен рәсми раҫлаһа ғына”, - тине.
Терешкованың өҫтәмәләрен тауышҡа ҡуйыу шундай һөҙөмтәләр бирҙе: риза – 380, ҡаршы – 43 депутат, бер халыҡ вәкиле битараф.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: