Республика Хөкүмәтендә үткән оператив йыйылышта экспортҡа ярҙам инфраструктураһы һәм 2020 йылға бурыстар тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны.
2019 йылда Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә экспортҡа ярҙам инфраструктураһы ойошмалары тарафынан “Төбәк экспорт стандарты 2.0” пилот проекты эш башлаған. Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙы сит илдәргә сығарыу өсөн сығымға субсидия биреү механизмы уңышлы эшләй башлаған. Быйыл ярҙамдың яңы төрө барлыҡҡа киләсәк: республика Рәсәйҙә беренселәрҙән булып эшҡыуарҙарҙың продукцияны сит илдә сертификациялау буйынса сығымдарының бер өлөшөн субсидия менән ҡаплай башлаясаҡ.
Рәсәй экспорт үҙәгенән Башҡортостандың компаниялары “Рәсәйҙә етештерелгән” тигән 22 сертификатҡа эйә булған. 8 компания юғары технологиялы продукцияны экспортҡа сығарыу өсөн федераль субсидия алған. Электрон сауҙа инструменттарын ҡулланыу ҙа киңәйә.
– Беҙҙең алда сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты күләмен үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтағы экспортер предприятиеларҙың һанын артыуын тәьмин итеү, агросәнәғәт комплекстары продукцияһының күләмен арттырыу бурысы тора . Шулай уҡ республиканы сит илдәргә сығарыу географияһын киңәйтергә, Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллектәре менән эште көсәйтергә һәм республиканың сауҙа вәкиллектәрен асыуҙы дауам итергә кәрәк, – тип 2020 йылға бурыстарҙы билдәләне вице-премьер.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса эштәргә ыңғай баһа бирҙе.