+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 11:34

“Зинһар өсөн, мине кәләш итеп алығыҙ!..”

#ВладимирПутинХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, 6 мартта, Владимир Путин эш сәфәре менән Рәсәйҙә кәләштәр ҡалаһы булараҡ дан алған Иваново ҡалаһында булды. Ул “Полет” парашюттар заводын, балалар поликлиникаһын ҡараны, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, 6 мартта, Владимир Путин эш сәфәре менән Рәсәйҙә кәләштәр ҡалаһы булараҡ дан алған Иваново ҡалаһында булды. Ул “Полет” парашюттар заводын, балалар поликлиникаһын ҡараны, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты.
Киң мәғлүмәт саралары иғтибарынан тағы бер ваҡиға ситтә ҡалманы –урамда халыҡ менән аралашҡан ваҡытта Юлия исемле ҡыҙ Президентҡа: “Мине кәләш итеп алығыҙ!” – тип мөрәжәғәт итте. Аҙаҡтан ике фотоһүрәтен журналистар аша Владимир Путинға тапшырған. Был хаҡта "Россия 1" каналында барған "Москва. Кремль. Путин" программаһында хәбәр иттеләр. “Зинһар өсөн, мине кәләш итеп алығыҙ! Миңә 28 йәш, юғары белемлемен, балаларым юҡ, матди ҡыйынлыҡтар кисермәйем”, – тип яҙған Юлия Шилова фотоһүрәттәрҙең береһенең кире яғына.
Шулай итеп, Иваново үҙенең кәләштәр ҡалаһы булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: