+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 12:53

Дауаханаларға яңы ҡорамалдар ҡайта

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанРеспублика дауаханаларына медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 135 миллион һум аҡса бүленгән.

Республика дауаханаларына медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 135 миллион һум аҡса бүленгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был аҡсаға бер томограф, һигеҙ рентген комплексы һатып аласаҡ. Томограф Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһына урынлаштырыласаҡ. Ә һигеҙ комплекстың етәүһе Красноусол, Благовещен, Учалы, Ишембай, Краснокама, Мәләүез, Мораҡҡа ебәреләсәк, береһе иһә Стәрлетамаҡтағы балалар дауаханаһына ҡуйыласаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә медицина ойошмаларын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү айырым иғтибар үҙәгендә тотола.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: