+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 12:35

Балалар дауаханалары өсөн заманса дефибрилляторҙар алынған

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Аксион” тип аталған биш заманса дефибриллятор алынған. Уларҙың дүртеһе Өфө ҡалаһының 3-сө балалар поликлиникаһының педиатрия бүлектәренә тапшырылған, береһе Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына оҙатылған. Әле педиатрҙар һәм табиптар өсөн яңы аппараттарҙа эшләү буйынса уҡыуҙар үткәрелә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Аксион” тип аталған биш заманса дефибриллятор алынған. Уларҙың дүртеһе Өфө ҡалаһының 3-сө балалар поликлиникаһының педиатрия бүлектәренә тапшырылған, береһе Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына оҙатылған. Әле педиатрҙар һәм табиптар өсөн яңы аппараттарҙа эшләү буйынса уҡыуҙар үткәрелә.
Дефибриллятор – медицинала йөрәк тибешенең ныҡ боҙолоуын электр импульсы менән дауалау өсөн ҡоролма ул. Республикала бөтә тиҙ медицина ярҙамы бригадалары ла был ҡоролма менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ ул күп фельдшер-акушер пункттарында ла бар.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: