+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 13:09

Һөт эскән бәпес шәп үҫә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанСибай ҡалаһында һөт фабрикаһы – һөт кухняһы эшләй башланы. Совет заманындағы бик матур ғәмәлде: бәпестәрҙе махсус һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүҙе иҫкә төшөрөп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөт кухняларын тергеҙеү хаҡында ҡарар сығарғайны.

Сибай ҡалаһында һөт фабрикаһы – һөт кухняһы эшләй башланы. Совет заманындағы бик матур ғәмәлде: бәпестәрҙе махсус һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүҙе иҫкә төшөрөп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөт кухняларын тергеҙеү хаҡында ҡарар сығарғайны. Йыл эсендә улар дүрт ҡалала – Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Октябрьскийҙа асылды. Сибайҙағыһы – бишенсеһе. Республикала улар һаны етегә етергә тейеш.
Был файҙалы проекттар – “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарылған бихисап эштәрҙең береһе.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: