+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 17:15

“Сириус” йәш таланттар үҫтерә

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин ТАСС мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында йәш таланттарҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барҙы. “Сочи ҡалаһында һәләтле балалар өсөн “Сириус” мәғариф үҙәге ойоштороу хаҡындағы фекерҙе тәүҙә шикләнеп ҡабул итеүселәр ҙә булды”, – тип хәтирәләре менән бүлеште ул.

Президент Владимир Путин ТАСС мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында йәш таланттарҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барҙы. “Сочи ҡалаһында һәләтле балалар өсөн “Сириус” мәғариф үҙәге ойоштороу хаҡындағы фекерҙе тәүҙә шикләнеп ҡабул итеүселәр ҙә булды”, – тип хәтирәләре менән бүлеште ул. Президент үҙәк булдырыу идеяһы үҙен аҡлауын әйтеп үтте. Унда талантлы балалар Советтар Союзында уҡ булған система буйынса һайланыуын билдәләне. Ил етәксеһе “Сириус” базаһында университет асыу планы хаҡында ла һөйләне. “Беҙгә заманса университет булдырыу мөһим. Әле үҙәктә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙәге лабораторияларҙан торған ғилми база бар”, – тине ул.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: