Башҡортостанда моделле китапханалар төҙөү буйынса конкурс иғлан ителгән.
Ул “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.
Заявкалар 23 мартта ҡабул ителә башлаясаҡ һәм ул апрелгә тиклем дауам итә.
Конкурста республиканың бөтә ҡалалары һәм райондарының ҡатнашыу хоҡуғы бар.
Уның йомғаҡтары буйынса еңеүсе яңы форматтағы китапхана төҙөү буйынса федераль аҡсалар аласаҡ.
Быйыл Башҡортостанда өс моделле китапхана сафҡа инәсәк.
Благовар район үҙәгендә, Дүртөйлө районының Әсән, Туймазы районының Ҡандры ауылдарындағы китапханалар заман форматына күсерелә.
Уларҙы яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Башҡортостанда 2024 йылдарға яңы быуын 20 китапхана төҙөләсәк.