Балы менән бөтә донъяла дан тотҡан Башҡортостан умартасылары үҙҙәренең II съезын үткәрергә йыйына. Форум Өфөлә 14–15 мартта була, тип көтөлә. Уны республика Ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.
Балсылар, ғалимдар, эксперттар, ведомстволар вәкилдәре тармаҡ үҫеше, уның алдында торған проблемалар хаҡында һөйләшәсәк. Әлбиттә, Өфөлә 2021 йылда уҙасаҡ Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына әҙерлек барышы тураһында ла һүҙ барасаҡ.