-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 16:19

Һөнәрең булһын кәрәкле

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБылтыр Башҡортостанда эшһеҙ 6,3 меңдән ашыу кеше хеҙмәт баҙарында кәрәкле 170 һөнәрҙе үҙләштергән. Улар мәшғүллек хеҙмәте ебәреүе буйынса бушлай уҡыған. Бынан тыш, декрет отпускыһындағы 546 ҡатын-ҡыҙ шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәттәре йүнәлтмәһе буйынса уҡып, өҫтәмә һөнәрҙәр алған.

Былтыр Башҡортостанда эшһеҙ 6,3 меңдән ашыу кеше хеҙмәт баҙарында кәрәкле 170 һөнәрҙе үҙләштергән. Улар мәшғүллек хеҙмәте ебәреүе буйынса бушлай уҡыған. Бынан тыш, декрет отпускыһындағы 546 ҡатын-ҡыҙ шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәттәре йүнәлтмәһе буйынса уҡып, өҫтәмә һөнәрҙәр алған.
Быйыл иһә “Демография”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте хуплау” милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 10 меңдән ашыу кешене яңынан уҡытыу күҙҙә тотола. Уларҙың 1,5 меңе – 50 йәште уҙғандар, 1,3 меңе – сабыйҙарын ҡарап, өйҙә ултырыусы әсәләр.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: