«Медиалогия» компанияһы милли проекттар һәм стратегик бурыстарҙы атҡарыу буйынса төбәктәрҙең рейтингын билдәләне. Унда 2020 йылдың ғинуар йомғаҡтары иҫәпкә алынған.
Башҡортостан был исемлектә, 20 мең 956 балл йыйып, дүртенсе урында тора. Унан алда Татарстан, Краснодар крайы һәм Нижегородск өлкәһе.
Юғары рейтингыһы булған төбәктәр исеменә Мәскәү, Тверь өлкәләре, Санкт-Петербург, Приморье крайы, Ҡырым һәм Саха республикалары ингән.
Президент Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы, стратегик маҡсаттарға ирешеүҙең төп шарты – кешеләрҙең килемен күтәреү, фәҡирлек кимәлен кәметеү, технологик үҫеште әүҙемләштереү, һанлы технлогияларҙы үҙләштереү.
Был бурыстар “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Һанлы иҡтисад”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси бизнесҡа ярҙам итеү” һәм башҡа милли проекттарҙа ҡаралған.