+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 13:47

XXI быуат предприятиелары ниндәй булырға тейеш?

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБР Фәндәр академияһында үткән йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Республиканың 56 предприятиеһы етештереүҙе арттырыу, эштәрҙе автоматлаштырыу, көнәркәшлеккә һәләтлекте үҫтереү кеүек һаҡсыл етештереү алымдарын ҡуллана башлауы билдәләп үтелде.

БР Фәндәр академияһында үткән йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Республиканың 56 предприятиеһы етештереүҙе арттырыу, эштәрҙе автоматлаштырыу, көнәркәшлеккә һәләтлекте үҫтереү кеүек һаҡсыл етештереү алымдарын ҡуллана башлауы билдәләп үтелде.
“Процестар фабрикаһы” тип аталған һаҡсыл етештереү технологияһына өйрәтеүҙең бер элементы БР Фәндәр академияһының стратегик эҙләнеүҙәр институтында ике ай элек барлыҡҡа килгән. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү программаһында ҡатнашҡан предприятиеларҙан 65 хеҙмәткәр бында әле был бер көнлөк уҡыу үткән. Был ойошмалар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә “Процестар фабрикаһы” эше менән Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин танышты. Ултырыш барышында ул етештереүҙе яңы шарттарға яраҡлаштырыуҙың мөһимлеген билдәләп үтте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: