+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 17:01

Волонтерҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына

Башҡортостан йәйен Ер шарының төрлө мөйөштәренән киләсәк ҡунаҡтарҙы – VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Кисә БДПУ-ның Концерт залында Фольклориадала эшләйәсәк волонтерҙарҙың ойоштороусылар менән тәүге осрашыуы уҙҙы.

Башҡортостан йәйен Ер шарының төрлө мөйөштәренән киләсәк ҡунаҡтарҙы – VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Кисә БДПУ-ның Концерт залында Фольклориадала эшләйәсәк волонтерҙарҙың ойоштороусылар менән тәүге осрашыуы уҙҙы.
Волонтерҙар – сит телдәрҙе белгән йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар. Улар ҡунаҡтарҙы баш ҡалабыҙ һәм республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән таныштырасаҡ. Сит ил кешеләренең Башҡортостан хаҡында ниндәй тәьҫораттар алып ҡайтасағы уларға ныҡ бәйле. Шуға күрә волонтерҙарҙың асыҡ күңелле булыуы, ярҙамға килергә әҙер тороуы мөһим. Улар өсөн йәшел төҫтәге кейем булдырылған. Был төҫ – фестивалдең төп төҫтәренең береһе. Тиҙҙән ирекмәндәргә ике аҙналыҡ уҡыу курсы ойошторола. Улар сафына ҡушылырға теләүселәр өсөн мәғлүмәт Фольклориада-2020-нең социаль селтәрҙәрендә һәм рәсми сайтында урынлашҡан.
Фольклориадала Өфө шартлы рәүештә ун өлөшкә бүленәсәк. Республикала иһә фестивалдең туғыҙ округы буласаҡ. Бер округҡа ете-һигеҙ район инә. 70-тән артыҡ майҙанда концерттар, күргәҙмә-йәрминкәләр, уйындар һәм башҡа саралар гөрләйәсәк. Һәр ил үҙенең йыр-бейеүе, музыка ҡоралдары, ҡулланма сәнғәт өлгөләре менән килә бит.
Халыҡ-ара фольклор фестивале дүрт йылға бер тапҡыр ойошторола. Быға тиклем ул биш илдә – Голландияла, Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла, Мексикала үтте.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: