+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 11:29

Кемдәр еңеүсе буласаҡ?

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостан һәм Свердловск өлкәһе – быйыл бәләкәй ҡалалар һәм тарихи урындарҙы төҙөкләндереү буйынса ярышта еңеүгә дәғүә иткән төбәктәр.

Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе – быйыл бәләкәй ҡалалар һәм тарихи урындарҙы төҙөкләндереү буйынса ярышта еңеүгә дәғүә иткән төбәктәр.
Конкурс “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы үткәрелә.
Унда ҡатнашыу өсөн республика һәм күрше өлкә 11 заявка тапшырған, икенсе урында Мәскәү, өсөнсөлә – Нижегород өлкәләре.
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тигән исемгә Ағиҙел, Баймаҡ, Благовещен, Дүртөйлө, Күмертау, Мәләүез, Сибай, Яңауыл ҡалалары, Мәләүез районының Воскресенское, Йылайырҙың район үҙәге һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылдары дәғүә итә.
Рәсәй төҙөлөш министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдең бөтә төбәктәренән 71 ғариза ҡабул ителгән. Йомғаҡтар дүрт номинацияла ҡарала. 20 мең кешегә тиклемге бәләкәй ҡалалар, 50 мең кешегә тиклем һәм 100 мең кешегә тиклемге ҡалалар һәм тарихи урындар араһында еңеүсе билдәләнәсәк.
Был конкурстың маҡсаты – төҙөкләндереү аша кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: