+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 18:54

Ғаиләгә дәүләт ярҙамы арта

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБылтыр Башҡортостанда бала тәрбиәләүсе балаларҙы социаль яҡлауға 6,7 миллиард һум тотонолған.

Былтыр Башҡортостанда бала тәрбиәләүсе балаларҙы социаль яҡлауға 6,7 миллиард һум тотонолған. Шуның 2,4 миллиард һумы төбәк бюджетынан бүленгән. Был 2018 йылдағынан 30,8 процентҡа, ә 2017 йыл менән сағыштырғанда 52,2 процентҡа күберәк, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
2019 йылда республикала 67,5 мең ғаилә төрлө дәүләт ярҙамынан файҙаланған, уларҙа 160,8 мең бала йәшәй.
“Демография” милли проектында бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең көнитмешен яҡшыртыуға ҙур баҫым яһалыуын билдәләп үтке килә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: