Быйыл милли проекттар сиктәрендә республикала балалар баҡсалары, мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм башҡа социаль объекттарҙы төҙөү һәм реконструкциялау дауам итәсәк. 24 балалар баҡсаһы һалыу, авария хәлендәге йөҙҙән ашыу ФАП-ты реконструкциялау ҡаралған. Республика онкология диспансерының хирургия корпусында ла төҙөлөш эштәре тамамланасаҡ.