+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 13:11

Йәмәғәт палатаһының яңы составын формалаштырыу башланды

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт һәм йәмғиәт алдында айырым ҡаҙаныштары булған 40 граждандың кандидатураһын билдәләп, уларға РФ Йәмәғәт палатаһына инергә тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт һәм йәмғиәт алдында айырым ҡаҙаныштары булған 40 граждандың кандидатураһын билдәләп, уларға РФ Йәмәғәт палатаһына инергә тәҡдим итте.
Кандидатураларҙың яртыһы – һөнәри һәм ижади союздарҙың, эш биреүселәр берләшмәһе һәм уларҙың ассоциацияларының, һөнәри берләшмәләрҙең, шулай уҡ башҡа коммерция булмаған ойошмаларҙың вәкиле. Хәҙер 30 көн эсендә РФ субъекттарының йәмәғәт палаталары үҙ составынан РФ Йәмәғәт палатаһына бер вәкил һайлай.
Йәмәғәт палатаһына закон тарафынан дәүләт сәйәсәтен формалаштырыуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа РФ граждандары ихтыяжын һәм мәнфәғәтен иҫәпкә алыу, хоҡуҡтарын һәм иркен тәьмин итеү, йәмәғәт берләшмәләренең һәм башҡа коммерция булмаған ойошмаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бурыстар һалынған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: