Республика программаһына ярашлы, Башҡортостанда быйыл күп фатирлы йорттарҙың 3 382 подъезын ремонтлау күҙ уңында тотола. Был подъездар исемлеге муниципалитеттар менән берлектә төҙөлгән. Уларҙың яртыһында эштәр 24 мартта, ҡалғандарында 30 апрелдә башланасаҡ.
Былтыр иһә барлығы 3 697 подъезд тәртипкә килтерелеп, күркәм төҫ алған. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға республикала ҙур иғтибар бирелә. Подъездарҙы ремонтлау – шул проект сиктәрендә башҡарылған бихисап эштәрҙең береһе.