+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 13:41

Теш кабинеттары – машинала

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә быйыл республикабыҙ дүрт күсмә стоматология модуле һатып аласаҡ.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә быйыл республикабыҙ дүрт күсмә стоматология модуле һатып аласаҡ. Уларҙы Белорет, Дыуан, Күмертау, Сибай медицина округтарына ебәрәсәктәр. Тимәк, күсмә кабинет стоматологтары шул тарафтарҙа йәшәүселәрҙе яндарына барып дауалай аласаҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер медицина ойошмалары заманса ҡорамалдар – һанлы ортопантомографтар (яңаҡтарҙы, бөтә тештәрҙе төшөрөүсе рентген ҡорамалы), ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеген махсус яҡтыртыу ярҙамында тикшереүсе аппараттар менән тәьмин ителәсәк. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: