+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 17:38

Сүптең һәр төрөн – айырым

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанЙыл һайын Рәсәй халҡы 70 млн. тонна көнкүреш ҡалдығы ташлай. Сүплектәр бер йылда Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалалары кеүек майҙанға арта. Ни эшләргә?

Йыл һайын Рәсәй халҡы 70 млн. тонна көнкүреш ҡалдығы ташлай. Сүплектәр бер йылда Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалалары кеүек майҙанға арта. Ни эшләргә?
Берҙән-бер хәүефһеҙ юл – ҡалдыҡтарҙы төрҙәре буйынса айырып йыйып, яңынан эшкәртеүгә оҙатыу. Баш ҡалабыҙ Өфөлә сүп-сарҙы ошолай сорттарға бүлеп ҡабул итеүсе тәүге пункт барлыҡҡа килде. Ул “Мега” сауҙа үҙәгенең урам яғындағы парковкаһында урынлашҡан.
Матур башланғыс “Мега” сауҙа үҙәге менән “Икеа” магазины тарафынан ғәмәлгә ашырылған. Батарейкалар, лампалар, туҡыма, ҡаты пластик, быяла, ҡағыҙ, картон һәм алюмин банкалар – бында сүп-сарҙы 12 төргә айырып тапшырырға мөмкин. Пункт тәүлек әйләнәһенә эшләй. Икенсел сеймалдың таҙа булыуы, төрҙәре буйынса дөрөҫ бүленеүе зарур.
“Экология” милли проектында көнкүреш ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә зыянын мөмкин тиклем кәметеү һәм уларҙы айырым йыйыуҙы ойоштороп, ҡайтанан эшкәртеүҙе яйға һалыуға ҙур иғтибар бирелә. Сүпте төрҙәре буйынса ҡабул итеүсе пункттар мотлаҡ артабан да артасаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: