Башҡортостан референт үҙәге белгестәре Әзербайджанға оҙатыласаҡ иген партияһын зарарһыҙландырҙы.
Ауыл хужалыҡтары өсөн игенде экспортҡа ебәреү валюта аҡсаларын туплауҙың төп сығанағы булып тора.
Аҙыҡ-түлек продукцияһын ситкә һатҡан хужалыҡтарға хәүефһеҙлек буйынса етди талаптар ҡуйыла.
Февраль башында Туймазы элеваторы Әзербайджанға ике мең тонна иген оҙатты.
Тимер юлдарының 27 тауар вагондарына тейәлгән продукция карантин-фитосанитария эшкәртеүе үткән һәм ул таможня берлегенең фитосанитария талаптарына ярашлы булған.
Ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә оҙатыу “Халыҡ – ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы үткәрелә.