+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2020, 12:30

Кадрҙар үҙәге төҙөлә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты буйынса “Рәсәйҙә эш” тигән кадрҙар үҙәге төҙөлә. Ул Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашасаҡ.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты буйынса “Рәсәйҙә эш” тигән кадрҙар үҙәге төҙөлә. Ул Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашасаҡ.
Башҡа мәшғүллек үҙәктәрендә лә яйлап хеҙмәттең яңы стандарттары үҙләштереләсәк, тине республика хөкүмәте вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
“Рәсәйҙә эш” тигән моделле мәшғүллек үҙәге февраль айында уҡ Стәрлетамаҡта сафҡа инә. Шундай уҡ учреждение Өфө ҡалаһында ла асыла. Бының өсөн федераль аҡса бүленә.
Республика бюджеты иҫәбенә бындай үҙәктәр Нефтекама, Сибай һәм Октябрский ҡалаларында ла эшләй башлай. Вице-премьер Ленара Иванованың билдәләүенсә, 2024 йылға яңы форматтағы биш кадрҙар үҙәген төҙөү күҙ уңында тотола.
Уның эш режимы «берҙәм тәҙрә” формаһында буласаҡ. Хеҙмәт урындарына дәғүә итеүселәр бизнес, тормош шарттарын көйләү буйынса ла ярҙамға өмөт итә ала.
Шулай уҡ үҙәккә килмәй генә дистацион формала ла ярҙам алырға мөмкин. Өфөләге һәм Сәтрлетамаҡтағы проекттарҙы финанслауға федераль ҡаҙнанан – 40 миллион, төбәк бюджетынан – 14 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: