+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 11:19

Сүп-сар реформаһы дауам итә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБер кешенән генә аҙнаһына әллә күпме төйөн сүп-сар сығарыла. Ә миллион кеше йәшәгән ҡала халҡының ҡалдығы ҡайҙа китеп тора? Был проблема бөгөн дәүләтте борсоған етди мәсьәләләрҙең береһе.

Бер кешенән генә аҙнаһына әллә күпме төйөн сүп-сар сығарыла. Ә миллион кеше йәшәгән ҡала халҡының ҡалдығы ҡайҙа китеп тора? Был проблема бөгөн дәүләтте борсоған етди мәсьәләләрҙең береһе.
Эре ҡалдыҡтар менән идара итеүҙең яңы системаһына республика уҙған йылдың ғинуарында күскәйне. Әлеге мәлдә Башҡортостан биләмәләрендә 34 полигон һәм сүп-сарҙы айырыу буйынса 14 комплекс эшләй. Дүрт төбәк-ара оператор аҙна һайын 20 мең тонна көнкүреш ҡалдығы сығара.
Ошо мәсьәләгә арналған коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, уҙған йылда республикала ете мең контейнер майҙансығы ҡоролған һәм 23 меңдән ашыуы йыһазландырылған. Был маҡсатта 800 миллион һум аҡса тотонолған.
Ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү өлкәһендә “Экология” милли проектының йоғонтоһо ҙур буласаҡ. Республикала сүп-сар айырыу һәм эшкәртеү заводтарының төҙөлөшө лә күҙ уңында тотола. Әле уның 4 проекты Дыуан Яңауыл, Дүртөйлө һәм Благовар райондарында планлаштырылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: