+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 11:15

Балалар баҡсаһының һәм мәктәптәрҙең – үҙ театры

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, Башҡортостанда ауыл клубтарында, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрендә балалар театрҙары асыла. Был башланғыс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Мәсьәләне ул 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, республика ҡоролтайҙары менән осрашыу мәлендә күтәргәйне.

Фәнүр Мөхәрәм улы, Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, быйыл балалар театрҙары фестивален үткәреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. “Технологиялар ни тиклем әүҙем үҫешмәһен, халыҡҡа йәнле аралашыу кәрәк, был йәһәттән мәҙәниәт учреждениелары универсаль булырға тейеш. Һеҙ заманса креатив, барыһына ла аңлайышлы традицион формаларҙы оҫта ҡуллана белергә бурыслы”, - тине ул.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: